Дыуан районының Мәсәғүт ауылында коворкинг-үҙәк асылды. Унда кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Заманса хеҙмәтләндереү өсөн эш урындары, интернет... Шулай уҡ презентациялар үткәреү өсөн һөйләшеүҙәр залы. Бында яңы эш башлаған эшҡыуарҙар һәм үҙ мәшғүлдәр өсөн консультациялар ҙа үткәреләсәк. Үҙәктә фермерҙарға ла ярҙам итергә уйлайҙар. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә асылған “Импульс” республиканың төньяҡ-көнсығышында эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн уңайлы мөхит булдырыр тип көтөлә.