Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 19:20

Радик Юлъяҡшин кәләште ауылдан эҙләргә уйлай

Радик Юлъяҡшиндың кәләш һайлап башы ҡатҡан

“Шоңҡарҙар”. Музыканттар һайлағанда шундай критерий бар: уларҙың ҡыҙҙары булмаҫҡа тейеш. Һеҙҙә лә шулаймы?
Радик Юлъяҡшин. Өйләнмәгән булһа, яҡшыраҡ инде. Яртышар йылға гастролгә китһә, кәләше нимә эшләр һуң? Үҙенең дә кәйефе булмаясаҡ. Иркенләп, тыныс ҡына йөрөй алмаясаҡ. Һәм был эштең сифатына йоғонто яһамай ҡалмай.
“Шоңҡар”ҙар. Улар бөтөнләй өйләнергә тейеш түгелме ни хәҙер?
Радик Юлъяҡшин. Минең берәүгә лә ундай талап ҡуйырға хаҡым юҡ. Барлыҡ ҡыҙҙар ҙа бер төрлө түгел бит. Беҙ һайлағандары ижад кешеһен аңлай белергә, түҙемле булырға тейеш. Үҙем дә бит нәҡ шундайҙы таба алмайым. Кәләште хатта ауылдарҙан эҙләйемме икән әллә тип тә уйлай башланым әле бына (көлә).
“Шоңҡар”ҙар. Яҙғаны булыр әле. Ә ниндәй милләттән булыуы мөһимме?
Радик Юлъяҡшин. Дөрөҫөн генә әйткәндә, милләте һис тә мөһим түгел. Эйе, белеп торам, беҙҙекеләр хәҙер был егеттә рух төшөнсәһе юҡ икән, тиәсәк. Әммә минең фекеремсә, эш милләттә түгел. Иң мөһиме – бер-береңде аңлау һәм хөрмәт итеү.
“Шоңҡар”ҙар. Нисә бала хаҡында хыялланаһың?
Радик Юлъяҡшин. Ике балам булһа тап-таман һымаҡ.
“Шоңҡар”ҙар. Балаларығыҙ башҡортса өйрәнәсәкме?
Радик Юлъяҡшин. Өйрәнәсәк, әлбиттә. Аталарының нимә хаҡында йырлағанын белергә тейеш тә инде улар.
Читайте нас: