Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина “Сафияла ҡунаҡта” тигән театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте студияһын асыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сафияның тәүге “мәжлесе” уңышлы үтте. Унда балалар рәхәтләнеп аралашты, ысын артистар кеүек уйнарға, һөйләшергә, төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнде.
Сафия ҡунаҡ йыйыуҙы артабан да дауам итәсәк. Ошо айҡанлы әсәһе Земфира Байбулдина “Бәйләнештә” төркөмөндә уның фотоһын ҡуйған һәм былай тип яҙған: “Бына ошондай ул үҙенсәлекле ҡыҙ! Бөтә балалар кеүек ул да яратҡанды, иркәләгәнде оҡшата. Ошо фотографияларға ҡыҙыҡлы исем уйлап тапҡан кешене “Сафияла ҡунаҡта” студияһына саҡырасаҡбыҙ”.
Шулай итеп, кем Сафияға ҡунаҡҡа барырға теләй?