Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 21:45

Йәшелсәнең йыуылғаны. Алырғамы?

Мәҫәлән, баҙҙан алынған кишерҙе йыуып ҡарағыҙ.

Магазин кәштәләрендә һап-һары булып ятҡан кишер, тап-таҙа бәрәңге, сөгөлдөр... Ғәҙәттә, мәшәҡәте аҙ тип, ана шундай йыуылғанын алырға тырыша ҡайһы берәүҙәр. Әммә белгестәр бындай йәшелсәне алыр алдынан ныҡлап уйларға кәңәш итә. Мәҫәлән, үҙегеҙҙең баҙҙан алған кишерҙе йыуып ҡарағыҙ. Щетка менән ышҡып йыуһағыҙ ҙа, ул һатыуҙағы кеүек һап-һары һәм ялтыр булмаясаҡ. Бының серен нимәлә һуң? Баҡтиһәң, кишерҙе бер нисә сәғәткә химикаттар ҡушылған һыуға һалып торалар, унан сайҡайҙар. Сауҙаға сыҡҡан кишерҙең нисек үҫтерелгәнен дә белмәйбеҙ. Шуға өҫтәп, уны төрлө химикаттар менән йыуып, тағы ла зыянлыраҡ итәләр. Һатып алынған йәшелсәләрҙең ҡабығын бәрәңге кеүек әрсергә кәрәк.
Читайте нас: