Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 13:23

"Был хаҡта хәбәр итеп тора"

Донъяла 330 мең кеше был яман сирҙе йоҡторған.

Рәсәй президенты Владимир Путин коронавирус эпидемияһы
бөтә донъяның иҡтисадына кире тәьҫире итеүен билдәләне. Был, әлбиттә, Рәсәйгә лә ҡағылмай ҡалмаясаҡ.
“Бының менән хөкүмәт көндәлек режимда шөғөлләнә. Хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустан көн һайын илдәге хәл тураһында миңә хәбәр итеп тора”, – тине Владимир Путин Ново-Огаревола үткән кәңәшмәлә.
Һаулыҡ һаҡлау бөтә донъя ойошмаһы 11 мартта яңы коронавирус инфекцияһының ныҡлап таралыуын иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, донъяла 330 мең кеше был яман сирҙе йоҡторған, 14,5 меңдән ашыу кеше үлгән. Рәсәйҙә 495 кешенең ауырыуы теркәлгән.
#Владимир Путин
Читайте нас: