Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 22:05

Киләһе аҙнала эшләмәйбеҙ

Бөгөн иң хәүефһеҙе - өйҙә булыу.

Алдағы аҙнала, 28 марттан 5 апрелгә тиклем эшләмәйәсәкбеҙ, шулай ҙа хеҙмәт хаҡы һаҡлансаҡ. Рәсәй президенты Владимир Путин быны коронавирус инфекцияһын таралыуҙы кисектереү йәһәтенән иғлан ителеүен белдерҙе. Әлбиттә, медицина учреждениелары, дарыуханалар, банктар, транспорт һәм барлыҡ дәрәжәләге власть органдары эшен дауам итәсәк.
- Бөтә тәҡдимдәрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тәртип һәм яуаплылыҡ тойорға кәрәк. Ышанығыҙ, бөгөн иң хәүефһеҙе - өйҙә булыу, - тине дәүләт башлығы, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.
Бынан тыш, Путин Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнөн күсереү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Ул көн һуңғараҡ билдәле буласаҡ.
Читайте нас: