Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 13:55

“Туғандар һәм таныштар”ҙы ун ете йәшендә яҙа башлай

Хәҙерге заман башҡорт тел ғилеме мәктәбенә нигеҙ һалыусы шәхес, ижадлы ғүмере эсендә лингвистик проблемаларға арналған 100-ҙән артыҡ хеҙмәт авторы, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тормошонан ун ваҡиға. #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға #Башҡортостан_әҙәбиәте#Литература_Башкортостана

  1. Кейекбаев фамилияһына нигеҙ һалыусы булып 1812 йылда Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Кесе Табын олоҫоноң Ҡаранйылға ауылында йәшәүсе Кейекбай Ишемйәров һанала.
  2. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың атаһы Ғиниәтулла Заһиҙулла улы Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Ул әрмелә саҡта улар янына II Николай батша килә һәм... Ғиниәтулла Зәһиҙулла улына уның менән күрешеү бәхете тейә.
  3. Үҙенең тәүге шиғырҙарын Жәлил Кейекбаев “Жәлил Табын” псевдонимы менән баҫтыра.
  4. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда улы Искәндәр өсөн “Урман әкиәттәре”н яҙа һәм үҙ ҡулдары менән тегеп, биҙәй. Һуңынан был әкиәттәр шәлкеме кү тапҡырҙар нәшер ителә һәм 2011 йылда биш телдә тәржемә ителеп баҫыла.
  5. Билдәле “Туғандар һәм таныштар” романын ун ете йәшендә – 1928 йылда яҙа башлай.
  6. 1951 йылдан 1968 йылға тиклем башта Педагогик институтта, һуңынан ДБУ-ла тел кафедраһын етәкләй.
  7. 1957 – 1961 йылдарҙа БДУ-ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса ректор урынбаҫары була.
  8. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев башҡорттар араһында беренсе булып 1960 йылда филология фәндәре докторы тигән исемгә лайыҡ була.
  9. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – хәҙерге заман башҡорт тел ғилеменә һәм урал-алтай телдәрен өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы шәхес.
  10. Өфөлә Ленин урамы 47-лә Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған һәм тыуған яғы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында йорт музейы бар.
  11. (Олуғ телсе ғалим, яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тормошонан ун ваҡиғаны бөгөнгө көндә йорт музейының директоры, филология фәндәре кандидаты Римма Ишмырҙина рус телендә яҙҙы).
    Читайте нас: