Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 11:40

Больничныйға түләү бер МРОТ-тан кәм булырға тейеш түгел

Был йыл аҙағына тиклем хәл ителергә тейеш.

Рәсәй президенты Владимир Путин больничный хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләменән кәмерәк булмаған күләмдә түләргә кәңәш итте.
“Больничный хеҙмәткәрҙең стажы һәм эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр, бигерәк тә йәштәр, бындай осраҡта аҙ эш хаҡы алырға мәжбүр. Был – дөрөҫ түгел. Больничный буйынса түләү нормаһын билдәләргә тәҡдим итәм. Ул айына бер МРОТ-тан кәм булырға тейеш түгел. Был йыл аҙағынаа тиклем хәл ителергә тейеш”, – тине Владимир Путин.
Ил етәксеһе шулай уҡ килеп тыуған хәлгә бәйле эшһеҙлек буйынса пособиены 12 130 һумға, йәғни бер МРОТ күләменә еткерергә тәҡдим итте. Әлеге эшһеҙлек буйынса түләүҙең максималь күләме һигеҙ менән һум тәшкил итә.
Читайте нас: