Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы һәм улар менән бәйләнештә булыусы кешеләр менән эшләүсе табиптар өсөн өҫтәмә түләүҙәр хаҡында указға ҡул ҡуйҙы.
Түләүҙәр 18 марттан иҫәпләнәсәк. Коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалаусы табиптар 25 000 һум өҫтәмә аҡса аласаҡ. Урта медицина персоналдарына – 15 000 һум, кесе медицина персоналдарына 5 мең һум түләү ҡарлаған.
Ауырыу йоҡтороу ҡурҡынысы янаған пациенттар менән эшләүсе табиптар 5 мең һум, утра медицина персоналдары 2,5 мең һум аҡса аласаҡ.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан