Фажиғә урынына ҡотҡарыу хеҙмәттәре килеп еткән, улар янғынды һүндерә. “Тәүҙә көслө шартлау тауышы ишетелде, унан ялҡын күренде, һуңынан биш ҡатлы йорттан тирә-яҡҡа ҡара төтөн таралды. Шартлауҙан күршеләге йорттар ҙа һелкенде”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә ошо тирәлә йәшәгән кешеләр. Йорттағы көнкүреш газы шартлауҙан ике кеше һәләк булған.