Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март 2020, 21:35

Коронавирус менән ауырыған әҙәм ит һатҡан

Күптән түгел сит илдән ҡайтҡан.

Була бит шундай оятһыҙ кешеләр! Берәүҙәре сит илдән ҡайтып, бер нимә булмағандай, халыҡ араһында йөрөп ята. Ә Сибайҙағыһы барыһынан да уҙҙырған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы брифингтан билдәле булыуынса, коронавирус менән ауырыған әҙәм 22 мартта Сибайҙың йәкшәмбе баҙарында (Матросов урамы, 4) 37-се урында ит һатҡан. Ул Силәбе өлкәһенән килгән. Был кешенән ит алған, аҡса менән алыш-биреш иткәндәр 8 347 2865827, 8 34727 99120 телефондарына шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: