Эшҡыуар Илсур Нәбиуллин күп тапҡыр ҡулланып була торған мең ярым һаҡланыу битлеге һатып алып, уларҙы Баймаҡ районының Темәс, Бетерә ауылдары халҡына таратып сыҡҡан. Үҙненең инстаграмдағы битләүендә ул башҡа эшҡыуарҙарҙы ла, үҙ мөмкинлектәренә ҡарап, республика халҡына ярҙам итергә саҡырған.
“Әйҙәгеҙ, был ауыр осорҙа бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк, табиптар ҡушҡан барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәһәк, был алама вирусты еңербеҙ”, - тигән