Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 13:35

Береһе – хакимиәт башлығы, икенсеһе - табип

Әйтеп торалар, киҫәтеп торалар, юҡ инде, ҡайһы берәүҙәр быны ҡолағына ла элмәй. Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауыл биләмәһе башлығы Роман Барановский ҙа ҡатыны менән Доминикана республикаһында ял итеп ҡайталар ҙа бер ни булмағандай тыныс ҡына халыҡ араһында йөрөп яталар. Икеһе лә аҙна буйы эшкә йөрөйҙәр. Дәүләт хеҙмәткәренең ҡатыны хатта табип булып эшләй. Улар кешеләр менән аралашҡан, халыҡты, ауырыуҙарҙы ҡабул иткән. Тап шуға ла республика Башлығы Радий Хәбиров Роман Барановскийҙы эшенән бушатыуын белдерҙе.“Ерәнгес, ҡәбәхәт холоҡ. Яуапһыҙлыҡтың-яуапһыҙлығы... Бындай кеше менән бер һүҙһеҙ хушлашырға кәрәк һәм уның дәүләт-муниципаль власть органдарында аяҡ эҙе булырға тейеш түгел”, - тине Радий Хәбиров.Фото: ГорОбзор.ру

Әйтеп торалар, киҫәтеп торалар, юҡ инде, ҡайһы берәүҙәр быны ҡолағына ла элмәй. Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауыл биләмәһе башлығы Роман Барановский ҙа ҡатыны менән Доминикана республикаһында ял итеп ҡайталар ҙа бер ни булмағандай тыныс ҡына халыҡ араһында йөрөп яталар. Икеһе лә аҙна буйы эшкә йөрөйҙәр. Дәүләт хеҙмәткәренең ҡатыны хатта табип булып эшләй. Улар кешеләр менән аралашҡан, халыҡты, ауырыуҙарҙы ҡабул иткән. Тап шуға ла республика Башлығы Радий Хәбиров Роман Барановскийҙы эшенән бушатыуын белдерҙе.
“Ерәнгес, ҡәбәхәт холоҡ. Яуапһыҙлыҡтың-яуапһыҙлығы... Бындай кеше менән бер һүҙһеҙ хушлашырға кәрәк һәм уның дәүләт-муниципаль власть органдарында аяҡ эҙе булырға тейеш түгел”, - тине Радий Хәбиров.
Фото: ГорОбзор.ру
Читайте нас: