Бар бит изге күңелле, йомарт кешеләр. Баймаҡ районында йәшәгән эшҡыуар Илсур Нәбиуллин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә сыҡҡан. Ул 1500 һаҡлау битлеге һатып алып, Темәс, Бетерә ауылдары халҡына таратҡан. Был хаҡта егет инстаграм битендә: “Хәл ҡатмарлы һәм барлыҡ эшҡыуарҙарҙың да артыҡ аҡсаһы юҡ. Шулай ҙа мин уларҙы барлыҡ республика, ҡала, район һәм ауыл халҡына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырам, - тип яҙа. – Беҙҙең арала яңғыҙ, мохтаж, аҙ килемле кешеләр бар. Ҡайһы берҙәренең битлек, антисептик, бирсәткә алырға ла мөмкинлеге юҡ. Бары берләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, был ауырыуҙы таратыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә генә беҙ уның еңә алабыҙ. Миңә битлек таратырға ярҙам иткән барлыҡ егеттәргә ҙур рәхмәт! Бөтәһе лә һау-сәләмәт булһын!”