Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 16:00

Әйҙәгеҙ беҙ вирусты еңәйек!

Үҙебеҙҙе яуаплы тоторға кәрәк.

“Был бөтәбеҙгә лә ҡағыла!” Шулай тип карантин режимын һаҡларға саҡырҙы Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин. Милләттәшебеҙ “Өйҙә ултырабыҙ” акцияһына ҡушылып, инстаграм битенә үҙенең видеояҙмаһын да һалған.
Күп тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулына лайыҡ булған бәһлеүән баш ҡала халҡын профилактик сараларға етди ҡарарға, карантинда булырға, йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә һәм үҙеңде яуаплы тоторға саҡыра.
- Был бөтәбеҙгә лә ҡағыла! Әйҙәгеҙ беҙ вирусты еңәйек, ә ул беҙҙе түгел, – ти данлыҡлы спортсы.

Читайте нас: