Ғәҙәттә, армияға яҙғы саҡырылыш 1 апрелдән башлана ине. Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, республикала быйылғы компания 13 апрелгә тиклем кисектерелде. Был хаҡта төбәк Хәрби комиссариаты хәбәр итә. Шулай итеп, буласаҡ ил һаҡсыларын йыйылыу пунктына оҙатыу 20 майҙан һуң башланасаҡ.