Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 апрелдән әрмегә саҡырылыш башланыуы хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Ул 15 июлдә тамамланасаҡ. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйылғы яҙғы саҡырылыштың ваҡыты үҙгәрмәгән. Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итәсәк егеттәрҙең һаны ла былтырғы самаһы. Документҡа ярашлы, 1 апрелдән 135 000 кеше хеҙмтәкә алынасаҡ.
20 мартта оборона министры Сергей Шойгу коронавирус яҙғы саҡырылышҡа ҡамасау тыуҙырмаясаҡ, тип белдерҙе. Буласаҡ һалдаттар әрмегә китер алдынан коронавирусҡа тест үтәсәк. Һәм барғас ике аҙна карантинда буласаҡ.