Республикала коронавирус менән зарарланған тәүге ауырыу һауыҡты. Был хаҡта ProUfu хәбәр итә. Дүртөйлө ҡалаһынан 36 йәшлек Ләйсән март уртаһында Европанан сәйәхәттән ҡайтҡайны. Әле уның 51 йәшлек апаһы Филиәнең хәле билдәле түгел. Ләйсән үҙен яҡшы тойоуы һәм йортона ҡайтыу шатлығы менән уртаҡлаша.
- Бөтәһе лә яҡшы! Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм аңлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - ти ул.
Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, ҡатын бөтөнләй сәләмәт һәм тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф тыуҙырмай. Шулай ҙа ул да, барлыҡ республика халҡы кеүек, үҙ аллы изоляция режимын тоторға тейеш.