Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 15:05

Республика Башлығы тулыһынса үҙ аллы изоляция иғлан итте

Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

Был хаҡта Радий Хәбюиров:"Беҙҙә Covid-19 йоғоуҙың ике яңы осрағы теркәлгән. Франциянан ҡайтҡан студент һеңлеһенә вирус йоҡторған. Шул уҡ ваҡытта тәүге сирләгән кеше бөгөн дауахананан сыға, уға башҡа сир янамай. Ҡалғандар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя. Белгестәр билдәләүенсә, беҙ сирлеләр һаны экспоненциаль, йәғни ҡырҡа арта торған сиккә етеп киләбеҙ. Ошоға бәйле, бөгөн, 31 мартта,киске сәғәт 8-ҙә, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдименә ярашлы, республика халҡының тулыһынса үҙ аллы изоляция режимына күсеүе тураһындағы указ үҙ көсөнә инә. Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Мин яҡташтарыма, нигеҙҙә, үҙ һаулығына яуаплы ҡарауы өсөн рәхмәт белдерәм, барыһы ла тиҙерәк тамамланһын өсөн артабан да уйлап эш итеүҙәренә өмөтләнәм. Барыбыҙҙан да оло яуаплылыҡ һәм түҙемлек талап ителгән осоҙа сабыр булайыҡ, бирешмәйек, ныҡ булайыҡ!” – тип белдерҙе.
Тулыһынса үҙ аллы изоляция – был мотлаҡ карантин режимы, кешеләргә, үтә мохтажлығы булмаһа, йортонан йәки фатирынан сығыу ҡәтғи тыйыла. Түбәндәге осраҡта ғына йорттан сығырға рөхсәт ителә:
  1. ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булһа;
  2. эшкә барыу мотлаҡ булһа;
  3. йорт хайуандарын йорттан 100 метр алыҫлыҡта йөрөтөү;
  4. сүп сығарыу;
  5. магазинға йәки дарыуханаға барыу.
  6. Читайте нас: