Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 19:15

Йорттарығыҙҙан сыҡмағыҙ!

Маршрут транспорттарының йөрөшө кәметелә.

Онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев бөгөн кис республикала тулыһынса үҙ аллы изоляция режимы индерелеүен белдерҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре урамдарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа тәртипте күҙәтәсәк, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән башҡа ойошма вәкилдәренең хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр уларға ярҙамға ҡушыла.
Үтә мохтажлыҡ булмаһа, халыҡ йорттарынан сығырға тейеш түгел. Паспорт йә башҡа документ ҡәтғи талап ителмәһә лә, уны үҙең менән йөрөтөү кәрәк. Маршрут транспорттарының йөрөшө кәметелә, үҙ автомобилеңдә йөрөү тыйылмай. Шулай ҙа бик кәрәк булғанда ғына. Әйткәндәй, бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы карантин режимын боҙоусыларға ҡаршы закондар ҡабул итте.
Читайте нас: