Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 23:40

Һатыусыла - коронавирус

Уның менән аралашҡан банк хеҙмәткәренә лә инфекция йоҡҡан.

Сит илдән ҡайтҡан Силәбе өлкәһе кешеһенең Сибай баҙарында ит һатыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һатыусының коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһе ыңғай күрһәтеүен рәсми рәүештә хәбәр иткән. Ир 22 мартта сауҙа менән шөғөлләнгән. Бынан тыш, уның менән аралашҡан “Һаҡлыҡ банкы”ның Ҡыҙыл бүлексәһе хеҙмәткәренә лә инфекция йоғоуы раҫланған.
Ҡала хакимиәте башлығы ир менән аралашҡан кешеләрҙең үҙ аллы изоляция һаҡларға һәм был хаҡта ҡала үҙәк дауаханаһына, шулай уҡ 8-963-909-51-30, 8-927-234-83-80, 8-347-286-58-27, 8-347-279-91-20 һандары буйынса “Тура бәйләнеш”кә хәбәр итергә саҡырҙы.
Читайте нас: