Ҡатынды дауалаған табип, республика кардиология үҙәге етәксеһе Илдус Сәғитов үҙенең командаһы менән ҡатмарлы операцияны уңышлы башҡара. Хәҙер ҡатынға ла, тыуасаҡ балаға ла ҡурҡыныс янамай.Әйткәндәй, “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, дауаханала йыл һайын 200 самаһы кешегә ошондай операция яһала. Пациент икенсе көнөнә үк дауахананан сыҡҡан.