Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 14:00

Фельдшерҙа – коронавирус

Бер нәмә лә әйтә алмайым.

Сибай баҙарында коронавирус йоҡторған ит һатыусы менән алыш-биреш иткән 227 кешенең үҙ аллы изоляцияға китеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ҡалалағы “Ашығыс ярҙам” фельдшеры ла тәртип боҙоусынан вирус йоҡторған. Баҡтиһәң, уны анализ алырға махсус костюмда түгел, ә бер тапҡыр кейә торған халатта һәм битлектә ебәргәндәр. Был хаҡта ҡатын:”Вирусты нисек йоҡторғанды аңламайым. Мин машина эргәһендә кейендем. Бәлки, ел иҫеп, халатыма нимәлер эләккәндер, бер нәмә лә әйтә алмайым. Йүнәлтмәне тултырғанда күҙлегемде бер аҙ күтәрҙем”, - ти.
Күренеүенсә, был вирус бер кемде лә аямай. Шуға ла был көндәрҙә үҙ аллы изоляция режимын ҡәтғи тотоп, өйҙә ултырыу – иң хәүефһеҙ һаҡланыу сараһы буласаҡ.
Читайте нас: