Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 11:25

Иң тәмле нимә?

Алты сәғәттән аҙыраҡ йоҡлаған кеше тиҙерәк үлә.

Юҡ, юҡ, кәнфит тә, һут та түгел! Иң тәмлеһе – йоҡо! Шуға ла табиптар йоҡоға ҙур әһәмиәт бирергә кәңәш бирә. Мәҫәлән, тәүлегенә алты-ете сәғәт кенә йоҡлаған кешенең организмы тиҙ туҙа. Йоҡларға бер үк ваҡытта ятып, бер үк ваҡытта торорға өйрәнегеҙ.
Йоҡонан торғас, утты ҡабыҙығыҙ, форточканы асып, күңеллерәк музыка аҫтында күнегеүҙәр яһағыҙ. Һигеҙ минутлыҡ физик күнегеүҙәр ҙә ғүмерҙе оҙайта, ләкин уяныу менән үк карауаттан һикереп тормағыҙ – имгәнеү ҡурҡынысы бар, сөнки йоҡо ваҡытында быуындар хәрәкәтсәнлеген юғалта.
Иртәнге душтың да нескәлектәре бар. Эҫе һәм һалҡын һыуҙы сиратлаштырып ҡойоноу ҡан әйләнешен яҡшырта. Һыуҙы аҫтан өҫкә, йөрәк тирәһенә һиптерергә кәрәк. Йыуыныуҙы йылымыс һыу менән тамамлаһағыҙ — яҡшыраҡ. Иртән йырлағығыҙ килһә, бер ҙә оялып тормағыҙ. Үпкәләрегеҙ таҙарыр һәм ҡанығыҙ кислородҡа байыр. Тағы бер киҫәтеү: алты сәғәттән дә әҙерәк йоҡлаған кеше оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Тәүлеккә етәрлек көс туплау өсөн организмға нәҡ шуның хәтлем ваҡыт кәрәк.
Ғәҙәттә, көҙ һәм яҙ көндәрендә организм витаминдарға мохтаж була, шуға күрә беҙ кәүҙәбеҙҙә хәлһеҙлек тоябыҙ. Был осорҙа йоҡоға айырыуса әһәмиәт бирергә кәрәк, йоҡо урыны яйлы һәм тыныс, ә ятҡан урынығыҙ ҡатыраҡ булһын.
Читайте нас: