Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 10:15

Йәш эшҡыуар совет осоро рецебы буйынса колбаса етештерә

Салауат районында “Салавтский” исеме аҫтында яңы кооператив эш башлаған. Унда йәш эшҡыуар совет осоро рецебы буйынса колбаса етештереүгә тотонған. Әлегә предприятие “Краковская” колбасаһының тәүге партияһын ғына етештергән. Киләсәктә бында башҡа төр делкатестар һәм ярымыҫланған колбасар етештереү планлаштырыла. Кооператив менән йәш эшҡыуар Денис Йосопов етәкслек итә. Үҙ эшмәкәрлеген улар “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сикәтрендә бойомға ашырған. Проекттарының суммаһы 3,3 миллион тәшкил иткән. 300 мең һумы үҙҙәренең кеҫәһенән сыҡан. Тәүҙә цех асҡандар, һуңынан ыҫлау ҡорамалы һатып алғандар. “Краковская” колбасаһын етештергәс, халыҡҡа бик оҡшауын күргәндәр. Сеймалды урындағы халыҡтан алалар, улар етештергән колбасалар район кибеттәрендә һатыла.#Нацпроекты#Милли проекттар

Салауат районында “Салавтский” исеме аҫтында яңы кооператив эш башлаған. Унда йәш эшҡыуар совет осоро рецебы буйынса колбаса етештереүгә тотонған. Әлегә предприятие “Краковская” колбасаһының тәүге партияһын ғына етештергән. Киләсәктә бында башҡа төр делкатестар һәм ярымыҫланған колбасар етештереү планлаштырыла. Кооператив менән йәш эшҡыуар Денис Йосопов етәкслек итә. Үҙ эшмәкәрлеген улар “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сикәтрендә бойомға ашырған. Проекттарының суммаһы 3,3 миллион тәшкил иткән. 300 мең һумы үҙҙәренең кеҫәһенән сыҡан. Тәүҙә цех асҡандар, һуңынан ыҫлау ҡорамалы һатып алғандар. “Краковская” колбасаһын етештергәс, халыҡҡа бик оҡшауын күргәндәр. Сеймалды урындағы халыҡтан алалар, улар етештергән колбасалар район кибеттәрендә һатыла.
#Нацпроекты
#Милли проекттар
Читайте нас: