“Етди хәүефтән өлкән быуынды һаҡлап ҡалыу, балалар баҡсаларында, мәктәп, вуздарҙа эпидемия башланыуға юл ҡуймау бик мөһим. Хәүеф һаҡлана. Вирусолог белгестәр әйтеүенсә, эпидемияның иң юғары нөктәһе донъяла, шул иҫәптән беҙҙең илдә лә әле үтелмәгән”, - тине Владимир Путин.