Республикала ВИЧ инфекцияһы йөрөткәндәрҙең бермә-бер артыуы ҙур хәүеф тыуҙыра. Быйыл йыл башынан ВИЧ инфекциялы 636 кеше асыҡланған, 36-һы үткән аҙнала йоҡторған. Шуларҙың 373-ө - ир-ат, 263-ө - ҡатын –ҡыҙ.
Республика СПИД һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактикалау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, шуларҙың 37-һе – енәйәт-холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултыра, 108-е – ауырлы әсәләр. ВИЧ инфекцияһы йөрөткән әсәләрҙән 86 бала тыуған. Башлыса ауырыуҙы енси юл менән йоҡторғандар.