Республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Сәләм” тапшырыуын алып барыусы Илгиз Таһировтың шатлығының сиге юҡ – ул өсөнсөгә атай булды. Был хаҡта артист:
Тыуҙы! Бөгөн улым тыуҙы! Мин атай! Өсөнсөгә Рәхмәт, ҡәҙерлем! Яратам», - тип «Бәйләнештә» селтәрендә ҡыуанысын, кәләшенә рәхмәтен белдергән.
Артистың шатлығын уртаҡлашыусылар бихисап. “Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең! Ғаиләгеҙ ишәйеүе менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Бәпес донъяға килде. Амин! Һеҙ өлгөлө ғаилә, матур ғаилә, көслө ғаилә.Беҙ һеҙҙең өсөн бик шатбыҙ. Һау - сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ. Яратабыҙ, ғорурланабыҙ. Ҡотлайбыҙ!”, - тигән театр коллективы.
Беҙ ҙә йәш ғаиләнең шатлығын уртаҡлашабыҙ!