Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 19:00

Көн һайын дүрт грамм һарымһаҡ ашаһаң

Тағы ниндәй йәшелсәне ашарға кәңәш итәләр?

Германия табибы Франциска Рубин дауалаусы һәм организмды нығыта торған продукттарҙы атаған. Уның әйтеүенсә, һоло көрпәһе, бал, имбир, бәрәңге, кәбеҫтә, куркума, үҫемлек майы, тоҙ, лимон, һуған иң файҙалы аҙыҡтар исемлегенә инә. Уларҙы аҙыҡ булараҡ ҡына түгел, компресс менән битлек яһап та ҡулланырға була.
Һоло ярмаһы холестеринды кәметә.
Бал менән керән бронхиттан ярҙам итә.
Кәбеҫтә ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта. Уның япраҡтарынан эшләнгән компресс артроз булғанда ҡулланыла.
Бешкән бәрәңге, эремсек менән бергә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта.
Имбир ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, шәкәр һәм холестерин күләмен кәметә.
Куркума –тәмләткес кенә түгел, ялҡынһыныуҙы ла бөтөрә ала.
Етен майы артритты дауалай.
Ҡабаҡ төшөнән һығылған май простатиттан ҡулланыла.
Һуған менән һарымһаҡ ҡан баҫымын төшөрә, инфаркт һәм инсульттан һаҡлай. Көн һайын дүрт грамм һарымһаҡ ашаһаң, атеросклерозға ҡаршы профилактика булып тора.
Шулай ҙа табип йәшелсәләргә генә ышанып тормаҫҡа, белгестәргә күренеп, кәрәк булһа, дарыуҙар эсергә кәрәклеген дә киҫәтә.
Сәләмәт булайыҡ!
Читайте нас: