Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 11:55

Кооперативта эш гөрләй

Цехта бөгөн тәүлегенә 200 250 литр һөт эшкәртелә

Ауыл ерҙәрендә берләшеп эшләү ер эшсәндәре өсөн киң мөмкинлектәр аса. Былтыр Дыуан районының “Әй болондары” кооперативы өс миллион һум грант отоп, тәбиғи һөт етештереү эшен көйләгән. Кооперативҡа 11 пайсы берләшкән. Улар өс йөҙ тирәһе ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малдары үрсетә. Грант аҡсаһына һөттө эшкәртеү, пакеттарға тултырыу, һыуытҡыстар һәм башҡа кәрәкле йыһаздар алынған.
Цехта бөгөн тәүлегенә 200 250 литр һөт эшкәртелә. Тиҙҙән кефир, эремсек, ҡаймаҡ кеүек һөт аҙыҡтары ла етештерелә башлаясаҡ. Бөгөн бында әҙерләнгән продукция район үҙәгендәге шәхси магазиндар аша һатыла, Силәбе өлкәһенә оҙатыла. Тиҙҙән кооператорҙар тулы ҡеүәткә эшләй башларға һәм һәм тағы биш-алты кешене эшле итергә уйлай.
Грант аҡсаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#Нацпроекты
#Милли проекттар
Читайте нас: