Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 00:55

Мәктәп менән хушлашыу кисәһе буламы икән?

Был байрамды һәр кем көтөп ала.

Бөтә саралар кисектерелә. Шуға ла бөгөн сығарылыш класында уҡығандарҙы мәктәп менән хушлашыу кисәһенең булыу-булмауы ҡыҙыҡһындыра. Ысынлап та, был тантана бала саҡтың иң иҫтәлекле байрамдарының береһе. Бөгөн республиканың мәғариф министры был һорауға асыҡлыҡ индерҙе.“Һәр уҡыусының ун бер йыллыҡ уҡыуының тамамланыуын көтөп алыуын яҡшы аңлайым. Сығарылыш кисәһе – мәктәп тормошо һәм оло тормош араһында һыҙыҡ ҡуя торған мөһим осор. Сығарылыш кисәләре үтергә тейеш, әммә улар һуңыраҡ буласаҡ. Беренсе аттестатция һөҙөмтәләренән һуң, 10 июлдән һуң", - тине Айбулат Хажин.
Читайте нас: