Короновирус йоҡторған өсөнсө ауырыу ҙа дауахананан сыҡҡан. Бәлиғ булмаған ҡыҙ һауыҡҡан.
Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
Әйткәндәй, республикала 31 марттан үҙ аллы изоляция режимы ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның 12 апрелгә тиклем оҙайтылыуы хаҡында белдерҙе.