Юҡ, юҡ, был юлы уны баҙарҙан эҙләмәгеҙ, ә инстаграмдан ҡарағыҙ. Яратҡан артисыбыҙҙың береһенен-береһе сағыу, матур, затлы күлдәктәрҙә сығыш яһауына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Арағыҙҙа:”Их, шул күлдәкте мин дә бер кейеп ҡараһам ине, ниндәй матур бит”, - тип һоҡланыу ҡатыш көнләшеп ҡараусылар ҙа юҡ түгелдер. Гүзәл заттар кейем тиһәң, иҫе китә бит ул. Сәхнә йондоҙо ана шул затлы күлдәктәрен һатыуға ҡуйған. Хаҡтары ла әллә ни ҡыйбат түгел.