Йырҙарҙа ауылды маҡтаһаҡ та, ысынбарлыҡта хәл шәптән түгел. Балалар мәктәпте бөтөр-бөтмәҫтән ҡалаларға уҡырға китә һәм шунда төпләнеүҙе хуп күрә.Һуңғы 25 йылда Рәсәйҙә 34 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан. 20 мең ауылда ни бары һигеҙ - ун кеше йәшәй. 95 мең самаһы ауылға һаман зәңгәр яғыулыҡ етмәгән. 43 меңендә телефон бәйләнеше юҡ. 30 меңдән ашыу ауылда асфальт юл һалынмаған. Ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә меңәрләгән дауаханаларға, мәктәптәргә йоҙаҡ эленгән.