Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2020, 13:05

Сит илдәрҙә ҡалдылар

Донъяны коронавирус ялмай барыуын улар белә, ишетә ине, шулай ҙа киттеләр. Хәҙер бына тыуған яҡҡа ҡайта алмай зар-интизар булалар. 4 апрелдән Рәсәйгә ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыу буйынса халыҡ-ара авиарейстар туҡтатылды. Хәҙер сит илдә ҡалған һәм үҙебеҙгә ҡайтырға теләгәндәр берҙәм дәүләт хеҙмәте порталында документ тултырырға тейеш. Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙы ҡайтарыу буйынса яңы график төҙөләсәк, тейешле социаль ярҙам күрһәтеләсәк. Әле уларға сит илдә йәшәп тороу өсөн 500 миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөнгә сит илдәрҙә бөтәһе 30 меңдән артыҡ кеше ҡалған. Тап шул тиклем кеше, дипломатик вәкиллектәр аша теркәлеп, тыуған яҡҡа ҡайтырға теләк белдергән.

Читайте нас: