Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 17:05

Бикләнеп ултырыу ҡасан бөтәсәк?

Тағы түҙергә тура киләсәк.

“Быға тиклемге тормоштоң ҡәҙерен белмәгәнбеҙ, ҡайҙа теләйһең, шунда бараһың!”. “Ауылдағы әсәйем янына ла ҡайтып булмай? Ҡасан бындай тормош тамамланыр икән?”Халыҡ араһында ошондай һүҙҙәрҙе йыш иштергә тура килә. Бөгөн республика Башлығы Башҡортостанда үҙ аллы изоляция режимының тамамланыуы хаҡында ошо аҙнала билдәле буласағын белдерҙе, тәртипте һаҡлаған өсөн халыҡҡа рәхмәт әйтте. “Үткән аҙнала республика үҙ аллы изоляцияның юғары дәрәжәһен үткәрҙе. Шулай ҙа ошондай уҡ режимда тағы бер аҙна түҙергә тура киләсәк, сөнки эпидемиологтар күрһәтмәлере буйынса, ике аҙна мотлаҡ кәрәк. Ә бына кесеаҙна көндө үҙ аллы изоляция ҡасан туҡтатылуы билдәле буласаҡ”, – тине Радий Фәрит улы. Әйткәндәй, республикала коронавирусты йоҡторған кешенең дүртәүһе һауыҡты.
Читайте нас: