Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 18:10

Тағы ла бер аҙна өйҙә булабыҙ ҙа...

Радий Хәбиров: "Беҙ аҙна дауамында үҙ-үҙеңде изоляциялау буйынса ҡаты режимда йәшәнек. Халыҡҡа был сараға аңлап ҡарауҙары, яуаплылыҡтары, теләктәшлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла беҙ тәртип буйынса тәүге өсәү иҫәбендә. 6 апрелгә тиклем барлығы 35 протокол төҙөлгән, 645 профилактик һөйләшеү уҙғарылған. Артабан да үҙ-үҙеңде изоляциялауҙың мөһимлеген аңларға ла теләмәгән иң аңһыҙ тәртип боҙоусыларҙы ғына штрафҡа тарттырасаҡбыҙ. Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны элеккесә 10. Шуларҙың дүртәүһе һауыҡҡан. Шулай ҙа был хәҙер иркен тын алһаҡ та ярай тигәнде аңлатмай. Тағы ла бер аҙна ошондай ҡаты режимда эшләйбеҙ әле. Әммә иҡтисатыбыҙ тын ала башлаһын өсөн ҡайһы бер тармаҡтарҙы, предприятиеларҙы эшләтеү кәрәк. Тик уларҙа барлыҡ һаҡланыу саралары ла күрелергә тейеш. Килһе аҙнала ул предприятиеларҙың исемлеге әҙер буласаҡ. Йәнә 10 апрелдән халыҡҡа баҡсаға китә алһын өсөн рөхст булдырыуҙы хәл итеү мәсьәләһе ҡарала".

Читайте нас: