Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 21:45

Земфира Байбулдинаның һауынсы булыуын теләгәндәр

Йәш уҙа барған һайын йыш ҡына хәтирәләргә биреләһең, үткәндәрҙе уйлайһың. Ошо матур миҙгелдәрҙе һаҡлап ҡалған фотоларҙы ҡат-ҡат ҡарарға ғәҙәтләнәһең. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаға ла был тойғолар ят түгел. Ул ошо хаҡта инстаграм битендә үҙенең үҫмер саҡ хыялдары менән уртаҡлаша. “Фотоальбом аҡтарып ултыра торғас, күрәһегеҙме, нимә таптым, 11 кластағы фотолар! – тип яҙа ул. – Мин бит хәтәр генә бейей инем! Ул ваҡытта үҙемә күрә ,,йондоҙ”'! Ләкин бейеүсе булырға хыял юҡ ине. Атайым минең медицинаға барыуымды теләне, ,,Врач булмаһаң, ана фермала һыйыр һауырһың”, - тине. Ә мин шым ғына, эстән генә театр тураһында хыялландым, ләкин барыбер тулыһынса театрҙа актриса булып булманы... Дуҫтар, һеҙҙең бала саҡ хыялдары тормошҡа аштымы? Үкенерлек түгелме?” Беҙҙеңсә, Земфира әлдә табип та, һауынсы ла булмаған әле. Концерттарҙы, төрлө байрам табындарын кем шулай уның матур, үҙенсәлекле, онотолмаҫлыҡ итеп алып барыр ине! Шулай бит!Фото: “Бәйләнештә”.

Йәш уҙа барған һайын йыш ҡына хәтирәләргә биреләһең, үткәндәрҙе уйлайһың. Ошо матур миҙгелдәрҙе һаҡлап ҡалған фотоларҙы ҡат-ҡат ҡарарға ғәҙәтләнәһең. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаға ла был тойғолар ят түгел. Ул ошо хаҡта инстаграм битендә үҙенең үҫмер саҡ хыялдары менән уртаҡлаша. “Фотоальбом аҡтарып ултыра торғас, күрәһегеҙме, нимә таптым, 11 кластағы фотолар! – тип яҙа ул. – Мин бит хәтәр генә бейей инем! Ул ваҡытта үҙемә күрә ,,йондоҙ”'! Ләкин бейеүсе булырға хыял юҡ ине. Атайым минең медицинаға барыуымды теләне, ,,Врач булмаһаң, ана фермала һыйыр һауырһың”, - тине. Ә мин шым ғына, эстән генә театр тураһында хыялландым, ләкин барыбер тулыһынса театрҙа актриса булып булманы... Дуҫтар, һеҙҙең бала саҡ хыялдары тормошҡа аштымы? Үкенерлек түгелме?”
Беҙҙеңсә, Земфира әлдә табип та, һауынсы ла булмаған әле. Концерттарҙы, төрлө байрам табындарын кем шулай уның матур, үҙенсәлекле, онотолмаҫлыҡ итеп алып барыр ине! Шулай бит!
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас: