Коронавирус тип ҡул ҡаушырып ятып булмай, тормош дауам итә. Республикала экспортерҙар өсөн онлайн-сауҙаны үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләштеләр. Мәҫәлән, Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында видео элемтә режимында кәңәшмә үтте. Ведомствоның рәйесе урынбаҫары Маргарита Болычева әйтеүенсә, бөгөнгө пандемия шарттарында Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһын экспортҡа оҙатыу мәсьәләһе айырыуса көн ҡаҙағында тора.
-Интернет-сауҙа эше йәнләнә, килеп тыуған ҡатмарлы хәлдә етештереүселәребеҙҙең тауарҙарын тәҡдим итеү кәрәк, – тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ «Алибаба» һәм «Ebay» сит ил сауҙа майҙандарында республика тауарҙарын тәҡдим итеү хаҡынд ла һөйләшеү булды.
Әйткәндәй, республикала “Башҡортостанда экспорт үҫеше” һәм Башҡортостанда экспорт хеҙмәтләндереүе үҫеше” милли проекттары, шулай уҡ “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.