Карантинда ултырыу сәбәпле күптәр өйҙә уҡый һәм эшләй. Әммә ҡайһы бер райондарҙа интернет менән тотҡарлыҡтар килеп сыға, тип хәбәр итәләр төркөмдәге дуҫтарыбыҙ. "Ҡалала уҡыусы ҡыҙым ҡайтыуға интернетҡа аҡса түләп ҡуйҙым. (Быға тиклем һәр йәй уның оҙайлы каникулы ваҡытында ебәртә лә, һуңынан һүндертеп тора инек). Почтала: "88003478166 номерына шылтыратып интернетығыҙҙың счет номерын әйтһәгеҙ, эшләйәсәк", - тинеләр. Әммә бер аҙна эш сәғәттәрендә шылтыратабыҙ, оператор ғына көтөп торорға ҡуша ла, бәйләнеште өҙәләр ҙә ҡуялар. Районға ла шылтыратабыҙ. Телефондары эшләй, яуап биреүсеһе генә юҡ. Хәҙер беҙгә ни эшләргә, был һорау менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?" - тип борсола Ғафури районынан бер апай.