Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 20:05

Йырсының әсәһендә - коронавирус

Һуңғы тапҡыр сит илгә августа барған.

Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһе вафат булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров 80 йәшлек Нәсимә Нурғәлиеваның республика клиник дауаханаһында үлеүе, унда коронавирус табылыуы хаҡында хәбәр итте. “Әсәйҙең ғүмере бишенсе апрелдең кисендә өҙөлдө. Беҙгә коронавирусҡа шик булыуы хаҡында хәбәр иттеләр, унан һуң был диагноз раҫланды. Әсәйҙе тыуған яҡҡа, Әлшәй районының Әүрез-Тамаҡ ауылына алып ҡайтып ерләнек. Зыяратта бары 10 ғына кеше ине, мин машинанан сыҡманым. Һуңғы тапҡыр уның менән 12 көн элек күрештем, унан һуң реанимацияға һалдылар. Әсәй 17 ғинуарҙан бирле ауырый, башта Раевка дауаханаһында ятты, унан Өфөгә алып киттеләр. Нисек йоҡторған ул сирҙе – билдәһеҙ”, -тип һөйләгән йырсы “Азатлыҡ” радиоһына.
Йырсы һуңғы тапҡыр сит илгә былтыр августта барған. “Бүтән сығып йөрөмәнем. Әлеге ваҡытта ҡатыным, ике балам менән өйҙәбеҙ. Тест яһауҙарын һораным”, - тигән.
.
Читайте нас: