Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 11:30

Ерҙе яҡшылап дымлайҙар

Әммә был ысул парникка тура килмәй.

“Парникта йәшелсә үҫтерә алмайым. Орлоҡто яҡшылап ебетеп, шыттырып сәсһәм дә, зәғиф кенә булып сығалар ҙа йүнләп үҫмәйҙәр. Ошо уҡ орлоҡтарҙан шыҡтан үҫентеләр асыҡ түтәлдә гөрләп үҫә. Парникта сәселергә тейешле орлоҡтар башҡасара буламы икән әллә?”
Аймара ҒӘЗИЗОВА.
Билдәле булыуынса, парникка орлоҡтарҙы ҡоро килеш сәсәләр. Моронлай башлаған орлоҡтар тиҙ шытып ҡыуандыра, әммә был ысул парникка тура килмәй, сөнки унда температура тәбиғи түгел. Асыҡ түтәлгә орлоҡто көндәр тулыһынса йылынғандан һуң нисек сәсһәң дә була – орлоҡ үҙенән-үҙе тәбиғи шарттарҙа шыта. Ә парникка сәскәндә орлоҡто түгел, ә ерҙе яҡшылап дымлайҙар.
Фото: zen.yandex.com
Читайте нас: