Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 16:10

Коронавирустан үлгәндәр өсөн урын әҙерләнә

Өфөнөң Төньяҡ зыяратында коронавирустан үлгәндәрҙе ерләү өсөн 1000 урын әҙерләнгән. Ошо хаҡта ProUfu сайтында хәбәр ителә. Уның 500-ө – мосолман, 500-ө христиан йолалары буйынса ерләү өсөн.Бөгөнгә республикала 12 кеше был ауырыуҙы йоҡтороуы асыҡланған. Биш пациент һауығып, дауахананан сыҡҡан, ә алтыһы табиптар күҙәтеүе аҫтында. Был вирусты йөрөткән ҡатын күптән түгел Төркиәнән ҡайтҡан. Табиптар уның хәле ауыр түгел тип белдерә.Әйткәндәй, йәкшәмбе көндө йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһе вафат булғандан һуң унда коронавирус асыҡланған. Бынан тыш, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында биш табипт, ике пациента COVID-19 вирусына шик табылғайны. Ике табипта ла был диагноз раҫланмаған.

Өфөнөң Төньяҡ зыяратында коронавирустан үлгәндәрҙе ерләү өсөн 1000 урын әҙерләнгән. Ошо хаҡта ProUfu сайтында хәбәр ителә. Уның 500-ө – мосолман, 500-ө христиан йолалары буйынса ерләү өсөн.
Бөгөнгә республикала 12 кеше был ауырыуҙы йоҡтороуы асыҡланған. Биш пациент һауығып, дауахананан сыҡҡан, ә алтыһы табиптар күҙәтеүе аҫтында. Был вирусты йөрөткән ҡатын күптән түгел Төркиәнән ҡайтҡан. Табиптар уның хәле ауыр түгел тип белдерә.
Әйткәндәй, йәкшәмбе көндө йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың әсәһе вафат булғандан һуң унда коронавирус асыҡланған. Бынан тыш, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында биш табипт, ике пациента COVID-19 вирусына шик табылғайны. Ике табипта ла был диагноз раҫланмаған.
Читайте нас: