Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 15:15

65 йәштән өлкәндәргә һәм балаларға комендант сәғәте индерелә

Был ни өсөн кәрәк?

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн комендант сәғәте индерелә. Бөгөн хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе. Балаларға киске сәғәт алтынан көндөҙгө бергә тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.
Радий Хәбиров өлкән кешеләрҙе ике аҙна элек үк сабыр ғына өйҙә ултырырға саҡырғайны. “Ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәндәрҙең йорттан сығып йөрөүен сикләйбеҙ. Беҙ киске сәғәт алтынан иртәнге унға тиклем уларҙың йәмғәт урындарында йөрөмәүен талап итәбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: