Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 22:50

Ағайыма ғашиҡ булдым

Ағаһы үлгәс, аралары бөтөнләй өҙөлгән.

Их... Теге ваҡытта шул тиклем еңмеш булмаһам, бөгөнгө ғүмерем үкенестәрҙән тормаҫ ине. Имеш, яратам, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул берҙән-берем, донъяла иң сибәре, иң аҡыллыһы... Башҡа берәүҙе лә уның кеүек ярата алмаясаҡмын һәм был мөмкин дә түгел, бары ул ғына мине бәхетле итәсәк. Атайым да, әсәйем дә әйтмәне түгел, әйтте. Ә мин уларҙы ишетергә лә телмәнем. Ни өсөндөр йәш саҡта атай-әсәй фекере менән иҫәпләшеп бармайһың, һәр ваҡыт үҙеңде хаҡлы тип уйлайһың. Йылдар үтеп, тормош хаталарыңды аңларға мәжбүр иткәс кенә иҫеңә төшә лә бит, әммә боронғолар әйтмешләй, терһәкте тешләп булмай.
Беҙҙең мөхәббәт көтөлмәгәндә башланды. Институттың һуңғы курсында уҡый инем. Шулай бер көндө ауылға ҡайтырға булдым да юл сатына сығып баҫтым. Бына бер машина килеп туҡтаны. Бәхеткә күрә, ул беҙҙең районға бара ине. Рулдә йәш кенә башҡорт егете. Һүҙгә әүәҫ, алсаҡ . Бер заводта инженер булып эшләй икән. Ул мине ауылға тиклем килтереп ҡуйҙы, хушлашҡанда телефонымды алды. Шуныһы ғәжәп, бығаса бары уҡыу менән мауығып, егеттәргә бер ҙә иғтибар итмәгән булһам, үҙен Урал тип таныштырған егет бер нисә сәғәт эсендә бөтөнләй күңелемде биләп алды. Бер күреүҙән ғашиҡ булыу тигәндәре ошомо икән тип уйланым. Өфөлә осрашыуға саҡырғас, донъяла минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Уның менән ер сигенә лә китергә риза һымаҡ тоям инем, дуҫлашып йөрөй башланыҡ һәм бер аҙҙан ауырға ҡалғанымды аңланым.
Әсәйемә кейәүгә сығасағымды әйткәс, уның атай-әсәһе менән ҡыҙыҡһына башланы. Минең яуабымдан һуң уны төҫө ҡасты:
-Урал тип әйтәһеңме? – ти ҡабатлап һораны.
- Эйе! Ә нимә булған? Беләһеңме әллә?
-Ни эшләп белмәй ти! Бер туған ағайымдың улы!
- Бер туған? Нисек?
- Ә ниңә мин белмәйем?
Баҡтиһәң, әсәйем йәш сағында еңгәһе менән нимәгәлер асыуланышҡан да һуңынан аралашмағандар. Бер аҙҙан ағаһы үлгәс, аралары бөтөнләй өҙөлгән, хатта уның балаларын да барып күрмәгән.
- Эй, балам, был донъяла бер һин генә ғашиҡ булғанһыңмы! Үтә ауыр булһа ла онот! Һуң кеше күҙенә нисек күренмәк кәрәк, ғәрлеге ни тора, ике туғаның менән ҡоҙалаш әле, – тип әсәйем үкһеп-үкһеп иланы.
Туйыбыҙ бик күңелле үтте тип әйтә алмайым. Беҙҙең өйләнешеүебеҙҙе хупламаған туғандарыбыҙ күп булды, шуға ла ҡайһылары төрлө сабып табып килмәҫкә тырышты.
Ә иң аянысы алда булған – көтөп алған ҡыҙыбыҙ Даун сирле булып тыуҙы. Табиптар баланы ҡалдырырға тәҡдим итте, төрлө анализдар тапшырғас, беҙгә бүтән бала тапмаҫҡа кәңәш бирҙеләр. Мин йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды ҡалдырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алманым.
Ауырыу баланы ҡарау ни тиклем мәшәҡәтле булыуын башына төшкәндәр генә беләлер. Күп ваҡытым ҡыҙымды ҡарап үтә башланы, дауахана юлын йыш тапайым. Элекке шат, алсаҡ ирем бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде, уның нимәлер әйтергә теләгәнен һиҙәм. Көндәрҙең береһендә ул:
- Беҙ артабан бергә була алмайбыҙ, һин мине ғәфү итерһең, минең һау-сәләмәт балалар үҫтергем килә, - тигәс, өҫтөмә бөтә донъя ишелеп төшкәндәй тойолдо. Үҙ-үҙемде белмәй:“Ошо булдымы яратыуың, ошо булдымы мәңге бергә булырбыҙ”, - тигән һүҙҙәрең тип үкһеһәм дә, бер ни ҙә ҡыла алманым.
Йәшлек тә, ғүмер ҙә бер генә бирелә, ҡасандыр ебәргән хаталарың өсөн барыбер бер заман үкенергә һәм түләргә тура киләсәк. Шуға ла йәштәрҙең ғаилә ҡорор алдынан ныҡлап уйлауын кәңәш итер инем. Уйламай, еңел-елпе эшләгән аҙым һинең ғүмерлек юлыңа бығау булыуы бар.
Нәфисә.
Тәтешле районы.
Читайте нас: