Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Новости
9 Апреля 2020, 05:45

Эшһеҙ ҡалғандарға пособие түләнә

Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Коронавирусҡа бәйле эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам саралары хаҡында Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән кәңәшмә барышында белдерҙе. Мәҫәлән, апрель – июнь айҙарында уларға эшһеҙлек буйынса минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә пособие түләнәсәк. 1 апрелдән эшен юғалтып, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткәндәргә МРОТ күләмендә пособие аласаҡ. Бөгөн ул 12 130 һум тәшкил итә. Тағы шуныһы мөһим - президент пособиены дистанцион юл менән законлаштырырға ҡушты.
#Владимир Путин
Читайте нас