Мәлеүез районындағы банкротлыҡҡа төшкән Мәжит Ғафури исемендәге предприятиены тергеҙеү эштәре етди бара. “ПК Урал” йәмғиәтенә тәүге кварталда Франциянан 253,8 мең дана күркә йомортҡаһы килтерелгән. Башҡортостан буйынса “Рооссельхознадзор” идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йомортҡалар дезинфекцияланған, продукцияға Таможня союзынан “Меркурий” системаһында электрон сертификат тултырылған.