Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 21:55

"Миңә үҙ-үҙемде яратыу етмәй"

Шағирәнең ниндәй сифаттары бар?

"Ялан сәскәләре", "Күҙҙәремә ҡара", "Һанама, кәкүк, һанама", "Гармуным уйнай ҙа уйнай"... Барыбыҙ ҙа нисәмә йылдар яратып тыңлаған был йыр һүҙҙәренең авторы кем тиһегеҙме? Эйе, билдәле шағирә, талантлы журналист, бөтә ғүмерен балалар матбуғатына арнаған Зөһрә Ҡотлогилдина.
- Үҙегеҙгә оҡшап бөтмәгән сифаттарығыҙ бармы? - тигән һорау бирҙек беҙ уға.
– Дөрөҫлөктө тура ҡарап әйтеүем менән күп тапҡыр яфа сиккәнем булды, - тине шағирә. - Тураһын әйткән туғанына ярамаған, тигән әйтемде белһәм дә. Башҡаса улай итмәм тип, үҙ-үҙемә вәғәҙә бирһәм дә, булмышыңдан ҡотолоу мөмкин түгел икән. Шулай ҙа йәш үтеү менән йомшартыбыраҡ, кинәйә менән әйтергә лә өйрәнәһең. Ситтән ҡарағанда нығыраҡ күренәлер, әхирәттәрем әйтеүенсә, миңә үҙ-үҙемде яратыу етмәй, эгоист түгелмен.
Читайте нас: