Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 19:45

Рамаҙан айында ниндәй сикләүҙәр буласаҡ?

Республикала алда көтөләсәк Изге Рамаҙан айында ҡайһы бер сикләүҙәр индереләсәк. Атап әйткәндә, күмәкләп уҡыла торған Тәүәрих намаҙҙары һәм дөйөм ифтар табындары уҙғарылмаясаҡ. Был ғәмәлдәрҙе өйҙә лә башҡарырға мөмкин. Һәм былар мосолман дине ҡанундарына хилаф килтереү тип иҫәпләнмәй.Мәсеттәргә килеп, ишектәрҙе шаҡып йөрөмәүегеҙ һорала. Был Аллаһынан ҡурҡыу тигәнде аңлатмай. Аллаһынан ҡурҡыу – ул үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү. Бөгөнгө шарттарҙа күмәкләп намаҙ уҡыу – ул яҡындарыңдың сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырыу тигән һүҙ.Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.

Республикала алда көтөләсәк Изге Рамаҙан айында ҡайһы бер сикләүҙәр индереләсәк. Атап әйткәндә, күмәкләп уҡыла торған Тәүәрих намаҙҙары һәм дөйөм ифтар табындары уҙғарылмаясаҡ. Был ғәмәлдәрҙе өйҙә лә башҡарырға мөмкин. Һәм былар мосолман дине ҡанундарына хилаф килтереү тип иҫәпләнмәй.
Мәсеттәргә килеп, ишектәрҙе шаҡып йөрөмәүегеҙ һорала. Был Аллаһынан ҡурҡыу тигәнде аңлатмай. Аллаһынан ҡурҡыу – ул үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү. Бөгөнгө шарттарҙа күмәкләп намаҙ уҡыу – ул яҡындарыңдың сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырыу тигән һүҙ.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Читайте нас: