Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 20:19

Туя ихатаны йәмләй

Энәләре һирәкләнеп, тора-бара ағас шиңеүе лә ихтимал.

Һуңғы ваҡыттарҙа ҡала, ҡасаба урамдарында туя ағасы ултыртыу матур йолаға әүерелде. Ысынлап та, бығаса әллә ни күҙгә салынмаған был ағас тирә-йүнде йәмләп, кешеләрҙең кәйефе күтәрә.
Туя – ылыҫлы ағастар араһында иң әрһеҙе. Ул теләһә ниндәй тапраҡта ла үҫә. Эҫене лә, һалҡынды ла еңел кисерә. Шулай ҙа уны яҡтыраҡ урынға ултыртыу кәрәк, ҡаранғы урында үҙенең декоратив матурлығын бер ни ҡәҙәр юғалта. Энәләре һирәкләнеп, тора-бара ағас шиңеүе лә ихтимал. Эҫенән бик ҡурҡмаһа ла, ҡоролоҡто яратмай. Тупраҡ һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш. Шлангынан һыу менән ҡойондорғанды ярата.
Туяның сорттары күп төрлө. Иң бәләкәйе “Нива” – 40 сантиметрҙан артмай. Ә “Даника” тигәненең ботаҡтары менән диаметры бер метрға тиклем етә. Бейегерәк үҫкәнен алырға теләгәндәргә “Смарагд”, “Коммуна” тигән төрҙәрен ултыртырға кәңәш ителә, уларҙың бейеклеге алты метрға тиклем етә. Ағастарҙың аралары бер-береһенән 0,5 - 2 метр алыҫлыҡта булырға тейеш.
Читайте нас: